Описание книги
Үҫмер осорҙа һәр кемдең күңелендә ил, ер, планетала барған төрлө хәл-ваҡиғаларға, ерҙә йәшәү мәғәнәһенә, егет һәм ҡыҙ араһындағы һөйөү хистәренә ҡарата төрлө уй-фекерҙәр йәшәй. Шиғыр, поэмаларҙағы лирик герой бына шул ҡапма-ҡаршылыҡлы һорауҙарға яуап эҙләй, ерҙә кәрәкле кеше, шәхес булып йәшәү өсөн ниндәй сифаттарҙы үҙ итергә икәнен самалай. Был китап мәктәп уҡыусыларына, ата-әсәләргә, тәрбиәсе, уҡытыусыларға бик файҙалы буласаҡ.