Читать книгу Шағир Рәсих Ханнанов иcтәлегенә - Гульчачак Расизовна Ханнанова, Расих Ханнанов - Страница 3
Фирүзә Абдуллина
ОглавлениеӘЛДӘ ҺӨЙӨҮ БАР ӘЛЕ!
Ғашиҡ булыу – гүйә, утлы
Күмер өҫтөндә бейеү,
Ни ҡыҙығы бар йәшлектең,
Әгәр булмаһа һөйөү?
Яратыу – ул һөйгәнеңдең
Эҙҙәренә баш эйеү,
Донъяның ни матурлығы
Әгәр булмаһа һөйөү?
Мөхәббәт – ул ғүмер буйы
Яҡының өсөн көйөү,
Йәшәүҙең ни мәғәнәһе
Әгәр булмаһа һөйөү?
Йөрәктәге хистәремә
Һаман урын тар әле,
Бәхет биргән, ҡанат ҡуйған
Әлдә һөйөү бар әле!
БАШҠОРТ АТТАРЫ
Саф шишмәләр һыуын эсеп,
Гиҙеп йәшел туғайҙар,
Аунап үҫә башҡорт аты —
Уға еткән ат ҡайҙа?
Һай, башҡорт аттары,
Ебәк ял-ҡойроҡтары,
Һай, башҡорт улдары,
Ҡайҙа илтә юлдары?
Һай, башҡорт улдары,
Тик еңеүгә юлдары!
Ир-егеттең тоғро дуҫы
Яуға сапҡан был аттар,
Булған Париж, Берлиндарҙы
Улар яулаған саҡтар.
Ел еткермәҫ толпар аттар –
Ир-егеттең терәге,
Илен яҡлап, ерен һаҡлап
Тибә батыр йөрәге.
Бәйгеләрҙә ал бирмәйҙәр,
Саҡматаш тояҡтары,
Тыуған ерен данға күмә
Аҫыл башҡорт аттары!
Ир-егеттең тоғро дуҫы –
Толпар ат һәм уҡ-яны,
Гөрләтеп бөтә донъяны
Тарала башҡорт даны!
Һай, башҡорт улдары,
Тик еңеүгә юлдары,
Һай, башҡорт аттары,
Батырҙың ҡанаттары,
Һай, башҡорт улдары,
Тик еңеүгә юлдары!