Читать книгу Шағир Рәсих Ханнанов иcтәлегенә - Гульчачак Расизовна Ханнанова, Расих Ханнанов - Страница 5
Минира Биканасова
ОглавлениеҒҮМЕР
Кеше ғүмере алтынға тиң,
Хоҙай биргән ҙур бүләк!
Тик әжерен бер нисек тә
Ҡайтарып булмай түләп.
Кеше ғүмере үтә ҡыҫҡа
Сәскә атҡан гөл һымаҡ,
Йә булмаһа, усаҡтағы
Янып-һүнәр бер сыраҡ.
Кеше ғүмере-үҙе тарих
Асып-ябылған китап,
Ғәмәл дәфтәреңде барлап
Килер ҙә етер Хисап…
КҮҢЕЛ
Үҙәндәрҙе күрҙегеҙме,
Йылға буйҙарын?
Ярһып ташҡан ағымһыуҙай
Ҡай саҡ уйҙарым.
Киҫәк-киҫәк боҙ ярсығы —
Кителгән күңел,
Ағып китһен, яраларым
Мәңгелек түгел.
Ҡар һыуҙарына әйләнгән
Һалған эҙҙәрем,
Бераҙ ғына моңһоуландым
Йәлләп үҙҙәрен…
Бөрө уянып донъяны
Сәскәгә күмер,
Миҙгелдәрҙе алмаштырып
Үтәлер ғүмер.
Наҙлы елдәр болоттарҙы
Таратыр, ҡыуыр,
Яңы яҙҙа-яңы йырҙар
Күңелдә тыуыр.