Читать книгу “Урал батыр” ҡобайырында тәбиғәт - - Страница 4

3.Туфан ҡалҡҡаны

Оглавление

Уның башланыуы ҡобайырҙа ошолай иҫкә алына:

4380 –

Берҙә –бер көн бар ерҙә

Күк – кумгәк һыу эркелгән,

Күк йөҙөндә ҡып – ҡыҙыл

Ялҡынлы ут бөркөлгән.

Күктә ҡош-ҡорт осалмай,

Ерҙә бер йән торалмай,

––

“Берҙә –бер көн бар ерҙә… һыу эркелгән”. Ошо һүҙҙәр һыу баҫыу ваҡиғаһының башланыуын көндәр менән генә һынап күрһәтә, ә айлап йәки йылдар дауамында яйлап килгән бәлә рәүешендә аңларға урын ҡалдырмай. “Бар ерҙә” тигән һүҙҙәрҙең беҙҙең, Көньяҡ Урал, шарттарында ул һыуҙың бик күп булыуына ла ишара итеп һанарға була, сөнки был тирәлә беҙҙә, хатта “ялан яғы” тип аталып йөрөтөлгән тигеҙерәк урындарҙа ла, “тау яғы”на ҡарағанда тәпәшерәк булһа ла, сағылдар, түбәләр, йырҙарға ингән арҡалар бар. Шулай итеп, килеп баҫҡан һыу шул юғарыраҡ урындарҙа ла эркелгәнгә күрә, уның ифрат күп булыуын танырға тейешбеҙ. Ниһәйәт, аңлатмалы һүҙлектә был һүҙҙең үҙен(эркелеү) “бер юлы бер урында күпләп йыйылыу”, тип аңлата. Ҡобайырҙа урын алған ошо бик күп һыуҙың ҡапыл килеп баҫыуы тураһындағы хәбәрҙән Көньяҡ Уралды һыу баҫыуы юғарылағы икенсе моделгә тап килә, тигән һығымта яһарға мәжбүр булабыҙ, тәүге ҡарашта уҡ. Тимәк, бар ерҙә эркелгән һыу – Төньяҡ боҙло океандан килеп баҫҡан диңгеҙ һыуы булғандыр, ахрыһы, тип уйларға тура килә. Артабан ошоно иҫтә тотайыҡ.

“Күк – кумгәк һыу”. Беҙҙең тирәлә ташҡын һыу йә һорғолт, йә ҡарараҡ, йә аҡһыл була. Был төҫ ташҡан йылғаның үҙенең һәм уға ҡойған бәләкәйерәк йылғаларҙың һыу емергән ярының төҫөнә бәйле.

Әгәр ҙә юғарыла раҫлауыбыҙ хаҡ булһа, Төньяҡ боҙло океандың боҙ быуаһы эсенән сығып көньяҡҡа табан ағып киткән бик ҙур һыуҙың ярҙары ла, ҡушылмалары ла булмаған, әлбиттә. Ошо һәм алда ентекләберәк бәйән ителгән сәбәптәр арҡаһында ул океан һыуы Көньяҡ Уралға килеп еткәнсе үҙенең күк төҫөн һаҡлаған һәм ҡобайырға кергән. Беҙҙең фекеребеҙсә, был ғәжәп күренеште ташҡын ағын һыуҙың үтә тәрән(ҡалын? бейек?) булыуы менән генә, аңлатырға мөмкин. Шулай булғанда, ул ҡалын һыуҙың алғы өлөшө ишелеп ергә “түшәлә” барып, арттараҡ килгән һыу массаһы өсөн тигеҙ “юл” яһаған, ә бының өсөн ошо “түшәлгән” һыуҙың үҙ юлындағы рельефтың тигеҙһеҙлектәрен күмеүе шарт1. Барлыҡҡа килгән тигеҙ “юл – һыу” өҫтөнән океандың ҙур массалы һыуы көньяҡҡа сапҡан да сапҡан, сапҡан да сапҡан…[5]. Тик, ул ҙур тиҙлектә хәрәкәт иткән һыуҙың алғы өлөшө бер туҡтауһыҙ ағым аҫтына “түшәлә” барғанға күрә, һыуҙың иң алғы өлөшө(фронты) ҡуптарып йыуып алып киткән сүп – сар, болғансыҡ балсыҡ һ.б. ҡушылмалар бер туҡтауһыҙ аҫта ҡалып, яңы һыу менән – юғарынан ағып төшкәне, таҙаһы менән – күмелә барғандар. Шуға күрә, океандың һыуы Көньяҡ Уралға килеп еткәндә лә төҫөн һаҡлауы мөмкин, тип фаразлайбыҙ. Һыуҙың ошо ҙур ҡалынлығы арҡаһында уның төбөндә яйыраҡ аҡҡан сүп – сарлы болғансыҡ һыу, хәҙерге үлсәмдәр менән иҫәпләгәндә, бик ҡаты ағым булһа ла2, юғарыраҡ аҡҡан өҫкө ҡатлам һыуҙан ныҡ артта ҡалған. Ошо сәбәптәр менән иң тәүҙә килеп баҫҡан һыу таҙа, “күк – күмгәк” төҫтә булған. Шулай итеп, ҡобайырҙағы һыуҙың төҫө тураһындағы һүҙ юғарыраҡ яһалған һығымтаны – һыуҙың ҡапыл бик күп булып килеүен – раҫлауҙан тыш, уның ғәйәт ҙур ҡалынлыҡтағы диңгеҙ һыуының ағымы булыуын да күрһәтәлер, беҙҙең ҡарашҡа.

“Күк йөҙөндә ҡып – ҡыҙыл ялҡынлы ут”. Был ағын һыу ысынлап та Төньяҡ боҙло океандан ҙур тиҙлектә, тимәк, бер нисә тәүлектә үк килеп етһә, ул бик һалҡын булған, йылынып өлгөрмәгән. Былай уйларға өҫтәлмә сәбәп итеп һыуҙың боҙ ҡатнаш булыуын да иҫәпкә алырға кәрәтер, сөнки ул океандың ҡарлы – боҙло донъяһы араһынан ҡотороноп урғылып сығып ағып ятҡан ағын һыу, әлбиттә, боҙ киҫәктәрен дә емереп алып китмәй булмаҫ[5]. Тәбиғәттең ошо ысын мәғәнәлә бөтә Ер планетаһына тәьҫир итергә тейешле һәләкәте(катастрофаһы) уғаса күренмәгән көс – ҡеүәткә эйә булған йәшен уттарының балҡып гөрһөлдәүе менән бергә ҡатнаш булғандыр, тигән фекергә килергә тура килә. Күренеп торған сәбәптәрен атауы еңел:

– тиҙлеге бик ҙур һыу ағымы һауаға ышҡылыу сәбәпле ғәйәт юғары электр көсөргәнеше(миллиондарса вольт) тыуҙырырға тейеш булған;

– ҡалынлығы йөҙҙәрсә метр3, ә киңлеге 136 км-ҙан артыҡ4 бик һалҡын һыу ағымы беҙҙең тирәләге сағыштырмаса йылы һауа менән осрашҡанда(әгәр һыу баҫыу йәй көнө булһа), йәки ҡышҡы һыуыҡ һауа менән осрашҡанда ла(ташҡын һыуҙың температураһы нулдән саҡ ҡына юғарыраҡ булырға тейеш тип һанай алабыҙ), әлеге заманда “йәшенле фронт” тип атап йөрөтөлгән тәбиғәт күренешенә оҡшаған шарттар барлыҡҡа килгән. Тик ҡобайырҙағы “йәшенле фронт”, ҡәҙимге шарттарҙағы кеүек, йылы һауа менән һалҡын һауа ағымы ыңғайына күсеп китмәгән, ә гел генә бер урында, шул океандан килгән ташҡын һыу ағымы өҫтөндә торған. Уның ҡалын болоттары араһында уйнаған көслө йәшен уттары,

ниндәйҙер сәбәптәр менән, тере ҡалған боронғо бабаларыбыҙға “ҡып – ҡыҙыл ялҡынлы ут” булып күренеүенә шикләнмәҫкә мөмкин. Йәшенле болоттар менән тулған һауала, бөтә ара – тирәне ҡаплаған һыуҙа “күктә ҡош – ҡорт осалмай, ерҙә бер йән таралмай”, тип раҫлау – арттырып һөйләү түгелдер.

“Урал батыр” ҡобайырында тәбиғәт

Подняться наверх