Читать книгу “Урал батыр” ҡобайырында тәбиғәт - - Страница 6
5.Ташҡын һыу ҡайта башлағас дейеүҙәр кәүҙәһенә оҡшаш тауҙар барлыҡҡа килгәне, үле бушлыҡтар күренгәне; йәншишмәләр
Оглавление4400 –
Дейеүҙәрҙе ҡырған, ти,
Шул саҡлы улар үлгән, ти,
4410 Киң диңгеҙҙең өҫтөндә
Тау барлыҡҡа килгән, ти,
––
Урал барған юлдарҙан
Халыҡ эйәреп барған, ти.
––
4440 –
Һыу эсенән бары халыҡ
Шунда сыға барған, ти.
Шуға иғтибар итәйек: әгәр ҙә һыу уртаһындағы күҙәтеүсегә ошо “киң диңгеҙҙең” ярҙары күренмәһә, һыуҙан ҡалҡҡан тауҙарҙың, күренгән ҡоро ерҙең ниндәй сәбәп арҡаһында барлыҡҡа килеүен ул бер нисек тә белә алмаясаҡ: был – әллә һыу китеүҙәнме, әллә – улар үҙҙәре һыуҙан күтәреләме? Әлбиттә, яуыз дейеүҙәр йәшәгән һыуы менән китеп барып, халыҡҡа ҡоро урындар ҡалдырҙы, тип һыу күмеп бөтмәгән тауҙарҙа ҡалған кешеләр уйлауы мөмкин түгел, шулай булғас, сәбәптең һуңғыһына ышанырға тейеш булалар ул тәбиғәт балалары. Ошоларҙы иҫтә тотһаҡ, ҡобайырҙың был өлөшөн дә “әкиәт” тип атау хата булыр ине.
Һыуҙы эсергә яраҡһыҙ иткән диңгез һыуына хас ҡушылмаларҙы дейеүҙәргә бәйләгән ҡараш ҙур,ара-тирәнән айырылып торған,ҡайһы бер тауҙарҙы дейеүҙәрҙең үле кәүҙәләре, тип ышаныуға сәбәп булғандыр, ахыры. Был ошоға бәйле: беҙҙең күҙәтебеҙсә, ҙурыраҡ йылғаларҙың һыу йыйыу майҙандарын айырып яткан тау һырттарында, урыны менән, ямғыр, ҡар һыуҙарының бер яҡҡа ла аҡмай яткан һаҙмат урындар, хатта күләүектәр осрай. Тау һырттарының шундайыраҡ ерҙәрендә ташҡын килтергән диңгеҙ һыуының һаҡланып ҡалыуы – тәбиғи күренеш. Ошо тәме әсе, еҫе ауыр һыуҙың ҡайһы бер тауҙарҙа булыуы уларҙы үлгән дейеүҙәр кәүҙәһе, тип һанауға килтергәндәр. Был оҡшашлыҡты, бөтә үҫемлекте ҡош – ҡортто һыу йыуып алып киткәнгә күрә ара – тирәләге яланғас, ҡурҡыныс өнһөҙ бушлыҡ ныҡ көсәйткәндер… Һыу йыуып асҡан тау ҡатламдарының төрлө төҫтәге өлөштәренә ҡарап, боронғо һунарсылар дейеүҙәрҙәң һөлдәләрендә ҡабырғаларын, умыртҡа һөйәктәрен, уларҙың нисә башлы, ҡуллы булыуын күргәндәрҙер… Тик шуныһы мәғлүм, йәнле тәбиғәт үҙенә яһалған яраларҙы ғәжәп тиҙ арала уңалта алыуға һәләтле. Быға миҫал итеп 19 – сы быуаттың аҙағына яҡын Кракатау вулканы шартлау һөһөмтәһендә диңгеҙ уртаһында барлыҡҡа килгән ике утрауҙы үҫемлектәр һәм йән эйәләренең бик тиҙ үҙләштереүен иҫкә алырға була. Ошоға оҡшаш күренештәр, ташҡын һыу ҡайтҡас, беҙҙә лә булған, ахрыһы – был ҡобайырҙа Йәншишмәнең тылсымлы һыуының көсө менән аңлатыла:
5260 Дейеүҙән өйгән тауына
Һыуҙы алып һипкән, ти:
––
5270 Һыу күп һипкән еренән
Ҡарағай, шыршы үҫкән,ти,
Иҫкә алынған үле төҫтәге бушлыҡтарҙа йәнле тәбиғәттең яңынан уяныуы шишмәләр тирәһенән башланырға тейешлеге аңлашылып тора: яланғас, үләнһеҙ – ағасһыҙ тауҙарҙан, һөҙәк үҙәндәрҙән ямғыр һәм ҡар һыуҙарының күп өлөшө тиҙ ағып китеп, ә ергә һеңеп ҡалған өлөшөн ел. Ҡояш күләгәһеҙ асыҡ булған ерҙән быуға әйләндереп осорғанға күрә, ҡош – ҡорт, кеше, ел менән килеп сәселгән орлоҡтарҙан тыуған йәшел үҫемлек донъяһы шишмәләрҙең дымға бай ара –тирәһен бик тиҙ, иң алда ҡаплаған. Шулай итеп, шишмәләр халыҡ, ҡош – ҡорт һәм ҡоро ер хайуандары өсөн ысын, тура мәғәнәлә йәшәү сығанағы булыуҙан тыш, тәбиғәттең яңынан терелеүен тәьмин итеүсе мөғжизәле көскә әүрелгәндәр. Ошонан киләлер, моғайын, “йәншишмә” тигән һүҙҙең барлыҡҡа килеүе һәм уның серле киң мәғәнәһе. Беҙҙең ҡарашҡа, йәншишмәләр Ер йөҙөндә әле лә бар. Тик улар башҡаса – оазистар, тип атала.
Бөгөнгө оазис – йәншишмәләр ҙә Туфандан ҡалған Көньяҡ Уралға оҡшаған бушлыҡтарға йәшәү йәме биреп һәм янындағы үҫемлектәргә, ҡош-ҡортҡа, әҙәм балаларына йән аҫырау өсөн сығанаҡ булып, боронғо Уралдағы әһәмиәтен бөгөн дә юғалтмай, “шылтырап матур ағып” яталар… Ҡобайырҙың ошо Урал тауҙарының диңгеҙҙә өйөлгән үле дейеү кәүҙәләренән барлыҡҡа килеүе тураһында һөйләгән иң фантастик өлөшө Туфан ҡалҡыуҙың “икенсе моделе” тип юғарыла аталған теория өсөн ифрат мөһим фактик мәғлүмәттәр сығанағы булып тора:
1. Туфан һыуы бөтә ара – тирәгә йәйелеп, “киң диңгеҙ” хасил иткән.
2. Ул һыуҙың тәрәнлеге тауҙарҙы күмгән.
3. Туфан һыуы бик ҡаты ағым булып, күмелгән тауҙарҙы йыуып, үҫемлектәрен алып китеп, ҡурҡыныс дейеүҙәр кәүҙәләренә оҡшаш итеп уларҙың ҡатмарлы геологик төҙөлөшөн асҡан.
4. Ошо беҙҙең ҡарашҡа, бәхәсһеҙ күренгән һығымталарға тағы ла бер өҫтәлмә лә хәҡиҡәттән ситләшеү булмаҫ кеүек.
Был “диңгеҙҙә” шул һыу һәләкәтенең шәһите булған кешеләр тере ҡалырлыҡ ҡоро, һыу баҫып бөтмәгән урындар ҙа ҡалған; күрәһең ул урындар Ямантау һымағыраҡ бик бейек түбәләр йә һырттарҙа булғандарҙыр. Ошондағы кешеләр ташҡындың иң юғары мәленән һуң һыу ҡайта башлағас диңгеҙҙә барлыҡҡа килгән тауҙарҙы үҙ күҙҙәре менән күреп, уларҙың һөйләгәне, “ти” ҡушып, ҡобайырға индерелгән.
5. Моғайын, ташҡындың иң көслө осоро бигүк оҙаҡ дауам итмәгәндер, сөнки бөтә ара – тирәне ҡаплаған ташҡын айҙар, йәки йыл буйы аҡһа, ваҡиғаларҙың шәһиттәре лә һыуыҡтан, астан, эсәр һыуһыҙ һәләк булырҙар ине. Был фараз фәнни ҡарашҡа тап килә [5].