Читать книгу Птицей я стану. Повесть / Ҡошҡа әйләнермен мин… - - Страница 2

Ҡошҡа әйләнермен мин…
Пролог

Оглавление

Осрашыуҙан һуң яныма оло йәштәге ҡатын килде. Йөҙө йонсоу күренә.

– Мин һеҙҙе күптән көттөм, улым, – тип башланы һүҙен. Беҙҙең йолаға ярашлы ҡуш ҡуллап иҫәнләштек. Әбейҙең ҡулдары ҡалтыранғанын шунда ғына һиҙеп ҡалдым. Күпме тырышып ҡараһам да, был инәйҙе хәтергә төшөрә алманым. Таныш түгелбеҙ, шикелле, ә ни эшләп мине шулай көттө икән? Етмәһә, күптән ти… Бик сәйер күренде.

– еҙҙең менән һөйләшәһе һүҙ бар ине, – тип дауам итте ул. – Әйҙәгеҙ ситкәрәк китеп һөйләшәйек. Бында кешенең ишетеүе бар…

Ышығыраҡ ергә үттек. Әбей һүҙен башлар алдынан, берәү ҙә тыңлап тормаймы икән тип, тирә-яғына ҡаранып алды.

– Клара әбей булам. Ғүмер буйы почтала эшләнем, – тип үҙе менән таныштырҙы. – Күптән пенсияламын инде. Йәшемде әйтеп тормайым. Йәшәрен йәшәнем, ашарын ашаным, тигәндәй.

Әбей йылмайырға тырышҡандай итте. Тик килеп сыҡманы. Мин иғтибар менән тыңлай бирҙем:

– еҙҙе көтөүемдең сәбәбе шунда: йомош тиергәме, тәҡдимме, үтенесме… Нисек әйтергә лә белмәйем. Бына ошо төргәктә документтар күсермәһе, хаттар, суд ҡағыҙҙары ята. Әгәр иғтибарлап уҡып сыҡһағыҙ, барыһын да аңларһығыҙ. – Әбей һәлмәк кенә төргәкте миңә һуҙҙы. Мин өнһөҙ ҡалдым. Әбейҙең күҙенә ҡарағас та, йөрәкте семтеп алғандай булды: ҡарашы шул тиклем һағышлы ине. Донъянан йонсоған, йәшәүҙең бар йәмен юғалтҡан кешенең күҙ ҡарашы ғына шулай булалыр.

– Бер нәмә лә һөйләп тормайым, балам. Иҫләһәм, ҡыйын булып китә. – Ҡарсыҡ бына-бына илап ебәрер төҫлө. – Һеҙгә тип йыйған ҡағыҙҙарҙы уҡып сыҡһағыҙ, аңларһығыҙ.

– Ярай, инәй. Мотлаҡ уҡып сығырмын. Аҙаҡ һеҙҙең менән нисек бәйләнешкә инә алам һуң? Яуапты ҡайһы адресҡа яҙырға?

– Рәхмәт, улым, яуап яҙмаһағыҙ ҙа була. Хәҙер бер нәмәне лә үҙгәртеп булмай. Ниәтем шул ғына: ошо хәлгә таянып, бәлки, берәй нәмә яҙырһығыҙ? Бүтәндәргә һабаҡ булһын. Ошо хатаны ҡабатламаһындар ине…

– Аңлашылды.

– Үҙегеҙ ҡарарһығыҙ. Тик исемемде үҙгәртерһегеҙ инде. Берәүгә лә һөйләгәнем юҡ ине. Ә эстә, бына йөрәктә, ауыр таш булып ята. Кем ғәйепле икәнен төбәп әйтә лә алмайым: минме, улыммы, киленемме… Ошо үкенес йөрәгемде тырнай, теге донъяла ла йәнем тынғы тапмаҫ инде, моғайын. – Хистәренә ирек бирә башлаған ерендә генә, әбей тыйылып ҡалды. – Ярай, бөгөнгө матур осрашыу кисәһен шулай йәмһеҙләмәйем әле. Берүк ғәфү итегеҙ. Ғәйепкә алмағыҙ ҡарт кешене…

Беҙ хушлаштыҡ. Өйгә ҡайтҡас та әбей тапшырған ҡағыҙҙар менән танышып сыҡтым. Суд ҡарарҙары, хаттар, төрлө документтар күсермәһе… Ябай ғына ғаиләнең кисергәндәре мине бик ныҡ тетрәтте. Ошо хаҡта уйланып йөрөй торғас, ике йыл да үтеп киткән. Әбейҙең әйткән һүҙҙәре бер ҙә хәтерҙән сыҡмай: «Бәлки, берәй нәмә яҙырһығыҙ. Бүтәндәргә һабаҡ булһын. Ошо хатаны ҡабатламаһындар ине…»

Птицей я стану. Повесть / Ҡошҡа әйләнермен мин…

Подняться наверх