Читать книгу Птицей я стану. Повесть / Ҡошҡа әйләнермен мин… - - Страница 4
Ҡошҡа әйләнермен мин…
Мин – атай
ОглавлениеХоккейҙың иң ҡыҙыу урынын ҡарап ятҡанда, ишек ҡыңғырауы шылтыраны. Ярай, бер-икене баҫыр ҙа, китер тип ята бирҙем. Көткән кешем юҡ. Ә ҡыңғырау йәнде көйҙөрөп һаман шылтырай бирҙе. У-ухх! Күп булһа, малай-шалай шаяралыр! Асыу килеп, ишеккә йүнәлдем. Ҡапыл асып ебәрһәм, полиция хеҙмәткәре тора.
– аумыһығыҙ. Шаһиев Варис һеҙ булаһығыҙмы?
– Мм-ин, – тинем, ҡапылда ҡаушап. – Нимә булған?
– Ласын һеҙҙең улығыҙмы?
– Эйе.
– Улайһа, һеҙҙең менән һөйләшәһе һүҙ бар. Әйҙәгеҙ эскә үтәйек.
– Әйҙәгеҙ.
Полицейский залға үтте. Үҙе нимәлер эҙләгәндәй алан-йолан ҡаранды. Әсәйем был ваҡытта баҙарға киткәйне. Ул өйҙә булһа, һөйләшеү башҡасараҡ булыр ине. Бәлки, суд эше буйынса килгәндәрҙер?! Малайҙың исемен дә юҡҡа һорамайҙыр тигән уй үтте баштан.
– Улығыҙ әле ҡайҙа? – ти, аптырамай ҙа.
– Нисек инде – ҡайҙа! Әсәһендә!
– Иптәш, әйҙәгеҙ башығыҙҙы иҫәргә һалмағыҙ. Беҙ бөтәһен дә беләбеҙ. Бала урлау өсөн – закон ҡаты! Төрмәлә урын етерлек!
– Ни-нисек инде, урланым? – Башыма эҫе булып китте. – Әсәһе менән йәшәй бит. Беҙҙе аралаштырмай ҙа.
– Алдан иҫкәртеп ҡуям, иптәш Шаһиев, ялған хәбәр өсөн дә айырым статья бар!
– Мин һеҙҙе бер ҙә аңламайым. Нимә булды һуң?
– Нисек инде – нимә булды! Улығыҙ юғалған. Элекке ҡатынығыҙ ғариза яҙҙы, бөтә шик һеҙгә төшә!
– Минең балам юғалғанмы?! – Көтөлмәгән хәбәрҙән йөрәгем атылып сығырҙай булды. – Ух, был шайтандан тыуған бисә! Тағы ниндәй ғәйеп тағырға уйлай икән, йылан?! Был ысын хәбәрме? Әгәр балаға берәй нәмә булһа, үҙем уның муйынын борам!
– Бормай тороғоҙ әле, – тине ҡәтғи полицейский. – Тимәк, һеҙ, ысынлап, теймәнегеҙме балаға?
– Ҡайҙан тейәйем! – Асыуым ҡабарҙы ла китте. Ҡулдар ҡалтырай. Үҙемдең нимә эшләгәнемде белмәнем. Ярһып, тәмәке тоҡандырҙым. – Тәким башына еткән, аждаһа! Бында рәхәтлеккә сыҙамай, ҡысынып Өфөгә сығып китте бит! Айырылышыу өсөн мең сәбәп тапты! Миңә үс итеп кенә эшләне бит ул! Шул баланы күрәм тип күпме Өфөгә барҙым. Мәктәптә, Ласын минең менән бер күрешкәне өсөн, шул йылан уҡытыусыларҙың йәнен ала яҙған! Хәҙер мәктәптәге һаҡсы мине ишеккә яҡын да ебәрмәй. Алдан судҡа ла биреп ҡарағайным. Судья былай аҡыллы ғына кеше, хәлде аңлай. «Бәлки, бала хаҡына ҡабаттан йәшәп ҡарарһығыҙ», – ти. Теге бисә судты тыңлаймы ни?! Уның үҙ туҡһаны туҡһан!.. Мине ниндәй генә этлектәрҙә, ниндәй генә әшәкелектәрҙә ғәйепләп бөтмәне!.. Ә бала «атай» тип өҙөлөп тора! Тәс миңә оҡшаған!
– Етте! – тип бүлдерҙе полиция. – Былай булғас, эштәр хөрт. Эҙләп ҡарайбыҙ инде. Ә һеҙҙән аңлатма алыр кәрәк…
Ҡатыным менән хәлдәр нисегерәк булғанын, баламды ҡасан һуңғы тапҡыр күргәнемде бәйнә-бәйнә яҙып алды ла, имза ҡуйҙыртып, һаубуллашып сығып китте.