Читать книгу Птицей я стану. Повесть / Ҡошҡа әйләнермен мин… - - Страница 8

Ҡошҡа әйләнермен мин…
Мин – атай

Оглавление

Йөрөгән саҡта ғына ҡыҙҙар шәп икән. Төҫкә һылыу, һүҙҙәре татлы, үҙе тәрбиәле, итәғәтле. Имеш, шул ярамай, был ярамай. Өйләнешеп, бала тыуғас, ен алмаштырҙы тиерһең – үҙгәрҙе лә ҡуйҙы. Ҡайҙан килә бындай яһиллыҡ?! Минең дә бит матур итеп баламды үҫтереп, тәрбиә биреп, йәшәһе килә ине. Ә уға бер нәмә лә оҡшамай. Дуҫтарым килһә – талаш, әсәйем берәй кәңәш әйтһә – ҡысҡыра, теләһә кемдән көнләшә. Хатта тәмәке тартырға сыҡҡан арала ла, теләһә кемдән көнләшеп, юҡ-бар уйлап хәлде ала. Телефонды ҡалдырыр әмәл юҡ, соҡона. Берәй кем шылтыратһа, «кем менән һөйләштең» «нимә тине» «һин уға нимәгә кәрәк булдың» тип һорашып, ҡаҡ быуынға төшә. Шофер булып эшләгәс, ниндәй генә хәлдәр булмай, эштә һуңға ҡалырға ла тура килә. Был бисә аңын-тоңон белмәй, эшкә шылтыратып, мине таптыра, етәксе менән талаша. Хәҙер шул арҡала кешегә күренергә ғәрләнәм. Ошо булдымы тормош?!

Бына әле лә телефон тынғаны юҡ. Беренсе шылтыратҡанында уҡ иҫәнлек-һаулыҡ һорашыу юҡ, йыртыла яҙып ҡысҡыра башланы:

– Хәҙер үк баланы ҡайтар! Әгәр тыңламаһаң, минең кешеләр килеп үҙеңде ҡанға батырасаҡ! Аяғыңа ла баҫа алмай, инвалид коляскаһында ултырырһың!..

– Таңһылыу, ишет мине! Балаға теймәнем. Әле үҙем эштән бушаған юҡ…

– Алдама! Һинең генә этлегең! Яҡшылыҡ менән әйткәнде тыңла! Аҙаҡ үкенерһең! Әсәйеңә лә, үҙеңә лә йәшәргә бирмәйәсәкмен! Минең менән шаярмағыҙ!

– Етәр тинем! Юғалғас, бергәләп эҙләйек. Ул да бит минең берҙән-бер балам!

– Ул һинеке түгел! Һин тапманың! Суд баланы миңә бирҙе! Ниңә генә үлмәйһең икән?! Сәсрәп киткере! Бөтә бәхетһеҙлегем һинең арҡала! Уйларға бер сәғәт ваҡыт бирәм! Аңламаһаң, минең кешеләр килеп аңлатырҙар! Ныҡ итеп аңлатырҙар! Аяғымды үберҙәй булырһың да!..

– ин мине ҡурҡытма, Таңһылыу!

– Ҡарарбыҙ әле… Мин шаярта тип уйлайһыңдыр.

Шул ғазраилдың тауышын ишетмәҫ өсөн һөйләшеүҙе өҙҙөм. Юҡ инде, барыбер тынғы бирмәй. Телефон аша бер-бер артлы ҡурҡыныс һүҙҙәр яҙа: «Ҡатын төҫө күрмәһәң ярар ине! Аяҡ-ҡулдарың тартышып, ауыҙыңа бер тамсы һыу ҙа һалырлыҡ кешең булмаһын! Минең хәсрәттәрем һиңә меңләтә әйләнеп ҡайтһын! Ләғнәт яуғыры!»

«Эшеңдән ҡыуҙыртам! Һине фаш итеп телевидениеға интервью бирәм! Мин һиңә устрою!»

«Һин ир түгел! Бисәкәй! Мин һине ҡарғайым. Үлһәң ярар ине!»

«Минең күҙ йәшем төшәсәк. Әле мине илатып, берәүҙең дә бәхетле булғанын күргән юҡ. Ҡайтар баланы. Ҡайтармаһаң, үҙеңде иртәгә аяғың менән алға өйөңдән алып сығасаҡтар. Минең кешеләр юлда. Көт…»

«Үҙеңә зыяраттан урын эҙләй тор!!!»

Шундай береһенән-береһе әшәке хәбәрҙәрҙе уҡып өлгөрөп булмай. Ҡалғанына күҙ йоморға була. Тик үлем менән ҡурҡытып әллә нимәләр яҙа бит. Был яһил бисәнең башында нимә икәнен белеп булмай. Бәлки, ысынлап, минең менән берәй нәмә эшләтергә уйлайҙыр… Юҡ, былай ғына ҡалдырырға ярамай. Полицияға барып, бөтәһен дә әйтеп ҡуйыуым яҡшыраҡ. Үҙен генә аҡыллы тип уйламаһын. Үлем менән ҡурҡытҡаны өсөн дә закон бар! Әйҙә үҙ һүҙҙәре өсөн яуап бирһен!..

Птицей я стану. Повесть / Ҡошҡа әйләнермен мин…

Подняться наверх