Читать книгу Птицей я стану. Повесть / Ҡошҡа әйләнермен мин… - - Страница 6

Ҡошҡа әйләнермен мин…
Мин – әсәй

Оглавление

Бер ҙә һөйләшмәҫмен тип үҙемә ант итһәм дә, шул бапаҡҡа шылтыратмай булдыра алманым. «Бер нәмә лә белмәйем, юҡты һөйләмә!» – тип трубканы ташлаған була мәхлүк. Яра-ай, күрһәтермен әле мин һиңә! Сәсрәгер нәмә! Асыуым килгәндә, бөтә уйлағанымды СМС аша ебәрҙем. Миңә генә ҡайғырырға тимәгән! Белһендәр Варистың кем икәнен! Бөтә туғандарына, таныштарына яҙып сыҡтым. Әсәһенә лә вис әйттем! Дөрөҫ эшләгәнмен бит?! Әтеү, улар ғына һылыу ҙа, улар ғына матур. Ә мин яман, имеш. Былай ғына баланы урлап, тыныс йәшәйем тиһәләр, күпкә яңылышалар. Әле минең кем икәнемде белмәйҙәр!..

Баламды ғына кире ҡайтарайым әле. Имандарын уҡытасаҡмын мин уларҙың! Шуларҙан үсемде алмаһам, исемем Таңһылыу булмаһын!

Тормошомдағы иң ҙур хатам шул ир ишараты булды! Иҫәр… Артымдан бит егеттәр көтөүе менән йөрөнө. Байҙары ла булды, ҙур түрәнең малайы ла артымдан илап йүгереп йөрөнө! Шуның береһенә сыҡһам, бөгөн май эсендәге бөйөр кеүек йәшәр инем. Ә мин тот та, шуның татлы һүҙенә алданып, ус аяһындай Сибайға сыҡ та кит. Ҡала тиһәң, хәтерең ҡалыр. Ҡайҙан ғына осраны ул юлыма, ҡайҙан ғына!

Юҡ, мин үҙем дә ҡала ҡыҙы түгел. Күп балалы ғаиләлә үҫтем. Ата-әсәйем дә – ябай крәҫтиәндәр. Әле Өфөлә лә туйып һикергәндән йөрөмәйем бит. Бында эш бар, кеше фатирында йәшәһәк тә, үҙебеҙгә ашарға ҡала. Бәхетем асылмаҫмы тип Өфөгә ҡасып ҡараным. Юҡ инде… һаман шуның этлеген күрәм.

Анау көндә һуң, таныштар аша Ласынға кейемдәр биреп ебәргән бит әле! Мин шуның сепрәк-сапрағына мохтажмы? Тотоп та ҡараманым, сығарып сүплеккә быраҡтырҙым. Кәрәкмәй миңә уның хәйере! Бер бөртөк баламды үҙем дә ҡарайым!

Шуның менән бөттө икән тиһәм, юҡ инде, ҡәйнә ишараты бер пакет итеп тороп ҡатып бөткән кәнфиттәрен ебәргән. Нисек тамағыңа барыр шуның ҡаты-ҡотоһо?! Ғәрләнмәй шуны ашап ултырмам инде! Кем белә, бәлки, сихырлап та ебәргәндер. Хәҙер кеше ҡулынан әйбер алыу ҙа ҡурҡыныс. Әллә ниндәй заман китте. Бәләһенән баш-аяҡ. Уныһын да сүплеккә һелтәнем.

«Етәр! Күп түҙҙем! Улар минең өсөн хәҙер үлгән», – тинем үҙ алдыма. Шуларҙы хәтерләткән бөтә фотоларҙы йыртып ташланым. Яңынан тормош башлайым! Алла бирһә, аҫыл егетенә сығырмын әле! Ана, эштә ҡайһы-бер ҡатындар үҙенән ун-ун биш йәшкә кесерәккә сыға. Ике балаһы булып та! Модаһы шулай!

Төрлө хәйер менән ялҡытҡанына, ярай күҙ йомдом. Ә инде мәктәпкә барып, шул Варистың малайымды телефон менән әүрәткән булып, үҙенә яҡынайтырға тырышыуы, сығырымдан сығарҙы. Уныһын белмәҫ тә инем, ҡараһам, Ласын мәктәптән ҡайтҡан да телефонда уйнап ултыра.

– Ҡайҙан алдың? Урланыңмы әллә? – тим, аптырап. Малай шыма. Ахырҙа беләгенән тотоп алдым да елтерәтергә тотондом. – Әлүк баштан урлаша башланыңмы? Атайыңдар яғына оҡшаһаң, белмәйем, кем булырһың…

– Урламаным! – тине, илай яҙып улым.

– Улай булғас, ҡайҙан алдың?

– Атайым бүләк итте.

– Ке-е-ем? Атайым, тиһеңме?! Уны ҡайҙа күрҙең?

– Бөгөн ул миңә мәктәпкә килде. Мин ебәргән кейемдәр яранымы, тип һорашты…

Ярһыуымдың сиге юҡ ине. Ах, суҡынсыҡ! Тапҡан бит юлын. Судлашып йөрөгән көндәрҙе иҫемә төшөрһәм, сәсем үрә тора. Әсәһе ҡоторталыр шуны, әсәһе! Башҡа этем дә түгел.

– Ул һиңә атай түгел! – тип телефонын тартып алдым да иҙәнгә бәрҙем. – Тағы шуның ҡулынан берәй нәмә алһаң, миңә үпкәләмә!

Әйтерһең, ошо телефон теге ҡотһоҙ ирҙең үҙе кеүек енемде ҡабартты. Йән көсөмә шуны тапарға тотондом.

– Әсәй, нишләйһең ул?! Атайға әйтәм!.. – Улым ҡысҡырып илап ебәрҙе.

– Бик кәрәк инең һин уға! Һине уйлаһа, бергә йәшәп ятҡан булыр инек! Уға һин түгел, болғаҡ әсәһе кәрәк!..

Птицей я стану. Повесть / Ҡошҡа әйләнермен мин…

Подняться наверх