Читать книгу Птицей я стану. Повесть / Ҡошҡа әйләнермен мин… - - Страница 7

Ҡошҡа әйләнермен мин…
Мин – бала

Оглавление

Ныҡ итеп асыҡтым. Эсем эскә йәбеште, шикелле. Атларға ла хәлем юҡ. Теге ағайҙан көскә ҡасып ҡотолғас, тыныслана алмай бер булдым. Һаман асыу килә шул кешегә! Ҡалай хәйләкәр булып сыҡты! Мине алдатып полицияға тапшырмаҡ булған. Ярай әле ҡасып ҡотолдом. Инде был яғына һағыраҡ булыр кәрәк. Бөтәһенә лә ышанып барырға тимәгән.

Белорет – ҙур булмаған, ыҡсым ғына, матур, таҙа ҡала. Әлбиттә, был Өфө түгел, ҡырмыҫҡа иләүе кеүек гөжләп тормай. Бында тыныс, кешеләр ҙә ашыҡмай ғына, яй итеп атлап йөрөй. Ут ҡапҡандай аҡты-ҡараны күрмәй йүгермәйҙәр. Бында йәшәгән кешеләр ҡалай бәхетле икән. Ҡаланың бер яҡ осонан икенсе яғына йәйәү атлап етеп була. Быны мин теге машинала ҡала эсенән үткәндә тоҫмалланым. Автобуста тығылып йөрөргә лә кәрәкмәй. Ярай, эстә бүреләр олоғанда ҡала менән һоҡланыу ҡайғыһы юҡ. Ҡараңғы төшһә, булыр шунда. Ҡайҙа барырға һуң? Кинәт келт итеп башҡа бер уй килде. Баҙарҙы табыр кәрәк! Унда бөтә ашамлыҡ! Берәй нәмәһе табылыр әле. Осраған тәүге кешенән юлды һораштым. Туп-тура кинотеатрға тиклем бараһың да, уң яҡҡа боролоп аҫҡа төшәһең, тинеләр. Биш минутлыҡ юл.

Баҙар гөжләп тора. Әсәй менән мин дә гел баҙарға йөрөргә яратам. Унда нимә генә юҡ! Донъяның бөтә байлығы ошо ергә йыйылған тиерһең. Төрлө тәмле еҫтәр танауҙы ҡытыҡлай… Тик был баҙар бүтәнсәрәк булып сыҡты. Тышҡы яғында кешеләр төрлө кейемдәр, көрәк-балталар, велосипедтар, мотоциклдар, тағы әллә күпме кәрәк-яраҡтар һата. Уныһы миңә ҡыҙыҡ түгел. Әкиәттәге кеүек балтанан бутҡа бешереп булмай ҙа инде. Баҙарҙы шулай ике мәртәбә урап сыҡтым, тамаҡ туйҙырырлыҡ бер урын да тапманым. Их, хәҙер эргәмдә атайым менән әсәйем булһа!.. Шул саҡ алдымдан таныш кеше үтеп китте. Йөрәгем жыу итеп ҡалды. Бәй, был бит минең атайым түгелме? Эйе, сәсе лә уныҡы һымаҡ, атлауы ла таныш. Был минең атай! Минеке! Күҙҙән юғалмаҫ борон кешеләрҙе этә-этә уның артынан йүгерҙем. Ә атай туҡтарға ла уйламай.

– Ата-а-а-ай! – тип ҡысҡырҙым йән көсөмә. – А-та-ааа-ай!

Ул мине ишетмәй, күрәһең. Тағы нығыраҡ йүгерҙем. Тамаҡҡа төйөр килеп тығылды, тыным быуыла. Ҡыуып еттем дә, түҙмәй, кейеменә йәбештем:

– Ат-та-ай! – тип ҡысҡырып ебәрҙем. Ул боролдо. Аптырап, ебеп төшкәндәй булды. Мин яңылышҡанмын.

– ин атайыңды юғалттыңмы әллә, балаҡай? – тип йәлләгәндәй ҡарап ҡуйҙы.

Күңелгә шул тиклем ҡыйын булып китте. Саҡ илап ебәрмәнем. Үҙемде тыйҙым.

– Ғәфү итегеҙ… – Башымды түбән эйеп, кире боролоп киттем.

…Бына «Үҙәк баҙар» тип яҙылған бина алдына килеп төртөлдөм. Үҙе бер ҡатлы, бейек тәҙрәләре, төрлө яҙыуҙары балҡып тора. Кешеләр инеп тора, сығып тора. Сыҡҡандарының муҡсайы тулы ризыҡ. Етмәһә, ишек асылғанда, унан тәмле еҫ пырх итеп ҡала. Бына ҡайҙа ул ысын баҙар! Мин шул ашамлыҡтар һатылған баҙарҙың сит яғынан йөрөгәнмен икән. Ҡыйыу ғына эскә үттем. Күргәндәремдән күҙ бәзләп китте. Әл-лә-ләәәй! Нимә генә юҡ! Алма, сейә, икмәк, колбаса, балыҡ, ит, һөт, ҡаймаҡ… Рәт-рәт булып теҙелеп киткәндәр. Ғүмерҙә аш күрмәгәндәй шул рәттәр буйлап еҫкәнеп йөрөй башланым.

Тәүҙә сәтләүектәр һатылған урынға туҡтаным. Бер ни ҙә булмағандай йәшниктән таҙартылған сәтләүекте алдым да ҡабып ебәрҙем. Һатыусы һиҙмәне. Тағы берәүгә үрелдем.

– Малай, һин нимә алаһың? – Һатыусының ҡәтғи тауышынан ҡаушап ҡалдым.

– Әле һайлайым… – тигән булдым.

– Аңлашылды. Бар бүтән ерҙән һайла!

Емеш-еләктәр һатылған кибеткә барып туҡталдым. Кеше күрмәгәндә бер сливаны алдым да йотоп ебәрҙем. Иғтибар итеүсе булманы. Дәртләнеп китеп, усыма тултырып виноград алдым. Кеҫәгә һалып та өлгөрмәнем, дәү кәүҙәле һатыусы үлә яҙып ҡысҡырып ебәрҙе:

– Нимә эшләйһең ул?!

– атып алырға килдем. Тәүҙә тәмләп ҡарайым.

– Кеше шулай услап тәмләйме? Мине банкрот итергә уйлайһыңмы?

– Мин бит…

– Виноградты кире һал да кит бынан!

Хәҙер баҙар эсенән иркенләп йөрөү ҙә ҡурҡыта. Бөтәһе лә миңә тексәйеп ҡарағандай. «Ана, бур килә. Һағыраҡ булығыҙ» тигәндәй улар миңә ҡарап ҡала. Баҙар эсен бер нисә тапҡыр урап сыҡҡас, бөтәһе лә мине таный кеүек тойола.

Мөйөштә генә бер бәләкәй өҫтәлдә симешкә һатып ултырған әбей алдына барып баҫтым. Юҡҡа түгел. Ул шул тиклем рәхәтләнеп, тәмле еҫ сығарып колбаса менән икмәк ашай ине. Шунан кефир эсеп ебәрә. Бөтә ҡарашым әбейҙә түгел, шул бутербродта ғына. Әбейҙән ситтәрәк буш урын бар ине, шунда ултырҙым да уның ашағанын күҙәтә башланым. Бына әбей ҙур итеп тешләне, эсеп ебәрҙе. Ауыҙын һөрттө. Бутерброд ике ҡабыуҙа юҡ булды. Сумкаһынан тағы берәүҙе сығарҙы. Унан күҙемде лә алмайым, нимәлер өмөт иткән тоғро эттәй күҙәтәм. Ул ҡабам тип ауыҙын асһа, минең дә ауыҙым үҙенән-үҙе асыла. Ул кефирҙы эсһә, мин дә ҡулым менән ҡабатлап, эскәндәй булам. Үҙем дә аңламайым ниңә улай иткәнемде: әллә әбейҙе эләкләйем, әллә ашайым тип үҙемде ышандырырға теләүем. Ул кефир эсеп, ауыҙын һөртһә, мин дә уның кеүек ауыҙымды һөртөп ҡуям.

Әбей кинәт ашауҙан туҡтаны ла күҙҙәрен аҡайтып миңә ҡарап ҡуйҙы. Мин дә унан ҡарашымды алманым. Теге күҙен минән алмай тағы ашай башланы, мин дә ашағандай ауыҙымды асып уны ҡабатланым. Әбей йәне көйөп саҡ ҡарлығып ебәрмәне.

– иңә етешмәйме әллә? – тине асыулы ғына.

– Ашайым!

– Мине эләкләйһең бит!

– Юҡ. Һеҙҙең кеүек ашайым.

– ы-ы-ы… Ҡулыңда бер нәмә лә юҡ бит.

– Булмаһа ла. Һеҙҙе ҡабатлайым да туйған һымаҡ булам.

– Үәт, йүләр. Улайһа, алыҫыраҡ китеп аша. Минең эргәлә торма!

– еҙҙән китһәм, колбаса еҫе юғала.

– Аптыраттың әле. Ата-әсәйең ҡайҙа?

– Улар алыҫта.

– Асарбаҡмы әллә һин?

– Юҡ! Атайыма китеп барам…

– Атайың ҡайҙа һуң?

– Сибайҙа.

– Сибайҙа?! Ә әсәйең?

– Өфөлә.

– Атаҡ… Бигерәк аптыраттың мине. Өфө ҡайҙа ла, Сибай ҡайҙа! Ә һин бында нисек килеп эләктең?

– Юл ыңғайы ғына…

– Әллә алдайһың, әллә ысын. Бик сәйер балаһың. Асыҡтыңмы әллә?

– Эйе, иртәнсәктән бирле ашаған юҡ.

– Кил һуң эргәмә. Мә, һыйлан. – Әбей бер бутербродты сығарҙы ла миңә һуҙҙы.

Әбейҙең бите сырышып, уҫал булып күренһә лә, бик алсаҡ икән. Ул һөйләй бирә, мин, ауыҙым буш булмағас, «эйе» тигәндәй баш һелкәм. Һөйләшеү ҡайғыһымы ни?! Тиҙерәк тамаҡ туйҙырыр кәрәк!

– Пенсиям әҙ. Газға, һыуға, утҡа түләһәм, үҙемә ашарға етмәй, – тине ул. – Шуға симешкә ҡыҙҙырам да ошонда килтереп һатам. Ике банка ҡайнатма ла алып сыҡҡайным, уныһын алып киттеләр. Пенсионерҙарға бында буш урын бирәләр, һатыу итеү өсөн. Әле хәл барҙа, сығам. Аҡмаһа ла, тамып тора…

Мин артыҡ үҙем тураһында һөйләмәҫкә булдым. Былай ҙа бая артығын ысҡындырып ташланым, шикелле. Быныһы ла теге ир һымаҡ полицияға тапшырырға булһа! Кем белә әбейҙең уйында ни барын? Шуға ла, әбей һорау алыуға күсмәһен өсөн, һөйләшеүҙе бөтөнләй икенсе яҡҡа борам:

– Баҙар ҡалай ҙур икән. Бында сусҡа баштарын да һаталар. Һеҙ сусҡа ите яратағыҙмы?.. Ҡайнатманы күп итеп әҙерләнегеҙме?.. Һеҙ бик йәш күренәһегеҙ. Һәр саҡ йәш булып ҡалыр өсөн нимә эшләргә кәрәк…

Бына шундайыраҡ һорауҙар яуҙырҙым. Һөйләшеүгә әүрәй торғас, өс бутербродты ялп иттергәнмен икән. Тамаҡ туйғандай булды.

– Ярҙам кәрәк булһа, әйтегеҙ, – тип әбейгә рәхмәтемде белдергем килде.

– Килеп сығып шәп иттең әле. Мин ҡулымды йыуып килгәнсе әйберҙәремде ҡарап тор әле.

Ул эше менән китеп торғансы, мин симешкә сиртә бирҙем. Әбей оҙаҡ йөрөмәне.

– Тиҙҙән баҙар ябыла, һин ҡайҙа бараһың инде? – тип һорап ҡуйҙы.

– Барыр ерем бар, – тинем, кинәт кенә алдап. Баҙарға ингәс тә, бик шәп уй башҡа килгәйне. Шуға үҙемде ышаныслы тотам. Икенсенән, яңы ғына танышҡан кешегә эйәреп бармайым да инде. Үҙе саҡырманы ла былай…

– Ярай, балаҡай, матур йөрө, – тип ҡалды әбей. Хушлашҡанда кеҫәмә тултырғансы симешкә һалды. Рәхмәттәремде әйтә-әйтә, баҙарҙың бүтән рәттәре буйлап китеп, уның күҙенән юғалдым.

Ә бараһы урыным, ысынлап та, бар! Шәп урында йоҡлаясаҡмын бөгөн. Бүтәндәрҙең башына ла инмәҫ әле бындай уй. Туҡмын да, йылыла ғына буласаҡмын.

Мин был урынды баяғы уҡ үҙемә билдәләп ҡуйғайным. Баҙарҙың запас сығыу ишеге алдында ҡатырға йәшниктәр тау булып өйөлөп ята. Һатыусылар буш йәшниктәрҙе ошонда өйә. Минең алда ғына бер нисә һатыусы ошо өйөмгә буш йәшниктәрен килтереп ырғытты. Баҙар эсендә кешеләр кәмегәндән-кәмей барҙы. Иғтибарлап ҡарап сыҡтым, эстән һаҡсы ултыра торған урын юҡ. Күрәһең, бөтәһе лә сығып ҡайтып киткәс, кемдер баҙарҙы тыштан бикләй. Ә мин эстә ҡаласаҡмын!

Кешеләр күрмәгәндә генә теге йәшниктәр аҫтына шыуышып индем дә яттым. Әйтерһең дә, ҡыуыш эсендәмен. Өҫтән дә, сит яҡтан да мине йәшниктәр уратҡан. Ятҡан ерем дә йомшаҡ, ҡараңғы. Тағы бер нисә кеше «тауға» йәшниктәрен ырғытты. Ошо өйөм аҫтында кеше ятҡаны баштарына ла инмәйҙер әле. Хәҙер кешеләр сығып бөткәнен көтөр кәрәк. Шунан башланасаҡ байрам! Көтөп ята торғас, йоҡлап киткәнмен…

Ҡулым ойоғанға уянып китһәм, тирә-яҡта тып-тын. Тимәк, бөтәһе лә ҡайтҡан, баҙар бикле. Бер кемдең дә тауышы ишетелмәй. Шулай ҙа һағыраҡ булыу кәрәк. Йәшниктәр араһынан ипләп кенә башымды сығарҙым. Ҡараңғы икән. Тәҙрәләрҙән төшкән ай нурҙары ғына эске яҡты яҡтырта. Бинаның икенсе яҡ осонда беленер-беленмәҫ кенә ут янып тора. Бер аҙ ҡурҡыныс та булып китте.

Эргәмдә әллә нәмәләр ҡытыр-ҡытыр килә. Ҡомаҡтар, күрәһең. Эргәмдә генә сипылдашалар. Ҡот осоп, тоноҡ ҡына янған ут яғына йүгерҙем. Ысынлап та, баҙарҙа минән башҡа берәү ҙә юҡ. Мин бер үҙем. Ҡомаҡтарҙы иҫәпкә алмағанда. Ярай, хәҙер утты яҡтыртһам, улары ҡасыр. Ошондағы бөтә байлыҡҡа мин хужа! Бер төнгә булһа ла! Мин бөгөн иң бәхетле кеше икән! Күптәр бер төнгә булһа ла минең урында ҡалырға хыялланғандыр. Нимәне теләйһең – аша! Аҡса ла кәрәкмәй. Һатыусылар ҙа ризыҡ тулы кәштәләрен аҡ сепрәк менән генә ябып киткән. Һыуытҡыстар ҙа бикле түгел. Бик яҡшы. Минең өсөн шулай тырышҡандар. Тәүҙә теге емеш-еләктәр һатылған урынға килдем. Хужаһы көндөҙ минең менән ҡалай эре генә һөйләшә ине. Һи-и! Сепрәкте күтәреүем булды, бөтә байлыҡ минең алда. Тәүҙә ҙур ғына ҡыҙыл алманы ҡулыма алдым да ныҡ итеп шатырлатып тешләнем. Икенсе ҡулыма грушаны алдым. Грушаны мин нығыраҡ яратам. Шуға алманы ашап бөтөп торманым. Уныһын иҙәнгә бәрҙем дә супылдатып груша ашай башланым. Шунан персикты, бананды һоғондом. Һатыусыһы көндөҙ бик дорфа булғанға, кире сепрәкте ябып торманым. Банан ҡабығын иҙәнгә бәрҙем дә рәт буйлап ары киттем. Һыуытҡысты асып ебәрҙем. Ҡараһам, әллә нисә төр колбаса ята! Иң оҙонон һайлап алдым да ҡап уртаға һындырып, ашай башланым. Колбаса булғас, икмәк тә кәрәк. Ҙур булканы киләһе кәштәнән алдым. Колбаса менән икмәкте ашай торғас, тамаҡ кибеп китте. Һут эсер кәрәк. Төрлө эсемлектәр теҙелеп торған ерҙән матур һауытлыһын астым да эсеп ебәрҙем. Уныһы томаттан булып сыҡты. Томат һутын ситкә ҡуйҙым да башҡаһын астым. Алманан.

Сәтләүектәрҙе ярып ашаным. Сей йомортҡаларҙы һытып ҡараным. Ҡыҙыҡ өсөн. Шулай рәт буйлап китә барҙым. Юлда осраған һәр нәмәне тәмләп ҡарайым, йә берҙе тешләйем дә ташлайым. Печеньены йә кәнфитте саҡ ҡына ҡабам да кире һалам. Кефирҙы бер уртланым да асыҡ көйөнә ҡалдырҙым. Бешкән балыҡ, киптерелгән балыҡ, повидло, сыр, ҡыяр, сосиска, эремсек… Тәмләмәгән ризыҡ ҡалманы. Йөрөй торғас, эсем туп һымаҡ ташты. Хәҙер ашағым да килмәй. Атлауы ла ауыр. Саманан тыш ашап ташланым, шикелле…

Инде теге йәшниктәр араһына ятып, таң атҡанын көтөр кәрәк. Иртәнсәк, баҙар яңынан гөжләй башлаһа, һиҙҙермәй генә «өңөмдән» сығырмын да, ҡасырмын. Тик тыныс ҡына ятып булманы. Эсем үлтереп ауырта башланы. Сыҙап булмай. Етмәһә, уҡшыта. Ята биргәс, үтер тип уйлағайным да. Юҡ шул. Хәлем хөртәйгәндән-хөртәйҙе. Әллә ысын, әллә төштә кеүек: күҙемде йомһам, бөтә ер шары әйләнгән кеүек. Үҙем ниндәйҙер соҡорға осоп барған һымаҡмын. Тәнгә берсә эҫе, берсә һыуыҡ булып китә. Ҡалтыранам, тиргә батам. Нимә булды икән? «Әсәй! Атай! Ҡотҡарығыҙ!» – тип ҡысҡырыр инем, мине берәү ҙә ишетмәҫ шул. Әллә үлеп барам инде?!

Птицей я стану. Повесть / Ҡошҡа әйләнермен мин…

Подняться наверх