Читать книгу Птицей я стану. Повесть / Ҡошҡа әйләнермен мин… - - Страница 5

Ҡошҡа әйләнермен мин…
Мин – бала

Оглавление

Их-х, ул көндө-ө-ө! Барыһы ла һәйбәт башланғайны бит! Шатлығымдың сиге булмаҫ төҫлө ине. Ул бәхетле мәлде иҫләһәм, күңелгә рәхәт булып китә. Хәл былайыраҡ булды…

Дәрестә ултырһам, кемдер ишек шаҡыны. Завуч апай икән.

– Шаһиев Ласын бындамы? – тип һораны ул.

– Эйе, бына ултыра, – тип минең яҡҡа ымланы уҡытыусым.

– еҙгә атайығыҙ килгән! – ти завуч, йылмайып.

– Ата-йы-ым? Минекеме?! – Ишеткәнемә ышанмай, урынымдан ҡалҡынып ҡуйҙым.

– инеке, – тине. Шунан уҡытыусыма өндәште. – Биш минутҡа ғына сыҡһа, мөмкинме?

– Ярай, ярай…

– Киттек минең арттан, – тигәс, башым күккә тейгәндәй булды. Ауыҙ йырылды. Атайымды күптән күргән юҡ. Яман ныҡ һағындым. Уның менән күрешәм икән тип төштәремдә күреп бөттөм. Был хәбәрҙе мин күптән көттөм! Завуч шаяртмаһа ғына ярар ине.

Аҫҡа төшһәм, ауыҙы йырылып, ҡоласын йәйеп атайым тора. Ҡулында ҙур пакет.

– Ата-а-ай! – тип йүгереп, ҡосаҡлап алдым. Уны ныҡ итеп ҡыҫтым, тыным быуылды, башҡа бер һүҙ ҙә әйтә алманым. Атайымдың ҡосағында шундай йылы, рәхәт икән! Үҙемде ошо мәлдә донъялағы иң бәхетле кеше итеп тойҙом. Шатлығымдан күҙҙән йәштәр аға ла аға…

– Йә, етәр инде, улым, илама! Һин бит ыласындар затынан! – ти, башымдан һыйпап атай. – Инде барыһы ла һәйбәт буласаҡ.

– Мин һине ныҡ итеп көттөм, атайым…

– Мин дә һине һағындым, улыҡайым. Әйҙә ултырып һөйләшеп алайыҡ…

Атайҙан ҡарашты алырға ла ҡурҡам. Һаман ышанып бөтә алмайым. Был төш түгел микән? Бына хәҙер күҙемде асырмын да бөтә шатлыҡ селпәрәмә килер төҫлө.

– Хәтәр ҙурайып киткәнһең! – ти атай, арҡамдан һөйөп. – Йә, һөйләп ташла, уҡыуҙар нисек?..

Мин гел «биш» кә уҡыуым тураһында, йүгереү буйынса ярышта беренсе урын алыуым хаҡында теҙеп алып киттем. «Шәп», «маладис», «уңғанһың», «аҡыллыһың да инде» тип һәр әйткәнемә ул баш ҡаға бирҙе. Атайҙың һәр һүҙе миңә ҡанат ҡуйҙы, ошо мәлдә үҙемде бер башҡа үҫкәндәй тойҙом…

– Мин ебәргән кейемдәр һиңә яранымы? – тип кинәт һорап ҡуйҙы ул.

– Ниндәй кейем?! Миңә бер нәмә лә бирмәнеңсе.

– Нисек инде бирмәнем?! Яңыраҡ ҡына таныштар аша спорт костюмы ебәрҙем бит. Иң матурын һайлап алғайным.

– Юҡсы, миңә бер ниндәй ҙә кейем алып килмәнеләр.

– Аңлашылды-ы-ы. – Әле генә балҡып торған атайымдың йөҙө үҙгәрҙе. – Үс итә, тимәк!

Шунан ул пакетынан бер ҡумта сығарҙы ла миңә һуҙҙы:

– Бына һиңә нимә алып килдем! Тыуған көнөң менән, бөркөтөм!

Ялтлап торған телефонды күргәс, иҫем китте. Бындай нәмә әле класыбыҙҙа берәүҙә лә юҡ. Хәҙер мәктәптә бөтәһенең дә күҙе дүрт була инде.

– Бына быныһы менән класташтарыңды һыйларһың! – тип бер пакет кәнфит, тағы әллә ниндәй тәмлекәстәр бирҙе. Ҡыуанып атайымды тағы ҡосаҡланым.

Шул саҡ теге завуч апай эргәбеҙгә килеп баҫты:

– Ҡалай атайыңа оҡшағанһың! – ти ул. – Ласын – беҙҙең мәктәптең ғорурлығы. Яҡшы уҡый, спортты ярата… Исемен белеп ҡушҡанһығыҙ! Уның күҙҙәренән нур бөркөп тора, йөҙөнән йылмайыу китмәй…

– Рәхмәт, рәхмәт! – тип ҡәнәғәтлек менән йылмая атай.

– Тик ваҡыт сикле. Уҡытыусыһынан һорап алып сыҡҡайным. Дәрескә барыр кәрәк…

– Ярай, – ти уңайһыҙланып атайым. – Өфөгә командировка менән килгәйнек. Юл ыңғайы ғына инеп сығырға булдым…

Беҙ оҙаҡ ҡына айырылыша алмай торҙоҡ. Их, гелән генә атай менән бергә булһаң ине!..

– Атай, әйҙә беҙгә йәшәргә кил. Һинһеҙ ҡыйын, – тинем кинәт, ҡурҡыуымды еңеп. Ялбарыуымдан уның йөҙө үҙгәреп китте. Бер аҙ шым торҙо ла башымдан һыйпап алды:

– Саҡ ҡына көт, йәме. Барыһы ла һәйбәт буласаҡ.

– ин тағы киләңме, атай?

– Киләм, киләм! Һин бит минең бер бөртөгөм.

– Мине онотма, атай. Мин һине ныҡ итеп көтәсәкмен. Миңә тәмлекәстәр ҙә, телефон да кәрәкмәй. Үҙең генә эргәмдә бул, яраймы?.. – Күптән эстән генә уйлап йөрөгәндәремде, әллә ҡайҙан батырсылыҡ итеп, теҙҙем дә киттем. – Бергә булырбыҙ тип һүҙ бирәңме, атай?

– үҙ бирәм!..

Ул көндө минән дә бәхетлерәк кеше булмағандыр! Класташтарымды атайымдың күстәнәсе менән һыйланым. Ә телефонды бөтәһе лә тотоп-тотоп ҡараны. «Ҡалай атайың шәп икән!» – тип маҡтап ҡуялар. Ә мин унан да нығыраҡ ҡыуандым. Атай һүҙ бирҙе! Бергә булабыҙ тип! Көн шулай төштәге кеүек тиҙ генә үтте лә китте.

Әсәйҙе һуңғы ваҡытта танырлыҡ түгел. Әллә ниндәйгә әйләнде ул. Гелән кемделер әрләй, юҡ-барға ҡыҙып китә. Атайым менән мәктәптә күрешкәнде белгәс, бөтөнләй туҙынды ла китте. Телефонды шатырҙатып тапаны ла ҡуйҙы! Был бит атайымдың тыуған көнөмә бүләге! Әле яңыраҡ ҡына булған бәхетле мәлем шулай күҙ менән ҡаш араһында юҡҡа сыҡты. Етмәһә, әйберҙәрҙе бәреп-бәреп енләнде. Үҙе илай, үҙе ҡысҡыра:

– атлыҡйән! Бер тәтәйенә алдандыңмы?! Һине бәхетле итәм тип кенә, юҡ аҡсаны бар итеп, кеше фатирына инеп, кеше көнлө булып йөрөйөм! Ә һин!..

Атайҙан күсеп киткәс, әсәйем бер ҙә әрләшмәҫ тип уйлағайным. Талашырға бында атай ҙа юҡ, өләсәй ҙә юҡ. Нимәгә шулай енләнә икән: аңламаҫһың. Күңелгә шул тиклем ауыр. Үҙемде ҡайҙа итергә лә белмәйем. Төнө буйына уйланып ятҡандан һуң, ҡасырға булдым. Атайыма барам! Әсәйем юҡҡа әрләй уны, атайым яҡшы кеше ул. Миңә ҡул күтәргәне юҡ, һуғышмай. Ана бер класташымдың атаһы эсеп ала ла, төнө буйына йоҡлатмай икән. Юҡ, инде түҙер хәлем ҡалманы. Сибайға йәйәү булһа ла барып етәсәкмен…

И-их, ниңә генә мин ҡош түгелмен икән?! Атайыма осоп ҡына барып етер инем. Ҡоштар бәхетле, улар күктә, улар ҡанатлы… Бөтә күк йөҙө улар иркендә.

* * *

Төнө буйына эстән генә план ҡорҙом. Былай Өфөнө яҡшы беләм. Миңә тәүҙә аэропорттың боролошона барып етер кәрәк. Шунда ҡул күтәреп торһам, моғайын, берәйһе ултыртасаҡ.

Шулай килеп сыҡты ла. Аэропорт боролошонда оҙаҡ та торманым, бер «Лада» машинаһы килеп туҡтаны. Руль артында ултырған ағай яңғыҙы ғына ине. Мине алыр өсөн туҡтаған икән тиһәм, ул кафеға инергә итә. Ишеген бикләне лә ашарға инеп китте. Тышта уны оҙаҡ көтөп торҙом. Ә ул һаман сыҡмай ҙа сыҡмай.

Оҙаҡ көткәндән һуң теге ағай күренде. Унан ғына ярҙам буласағын тойоп, ҡаршыһына барҙым:

– Ағай, һеҙ Сибайға бармайһығыҙмы?

– Сибай?! Юҡ, мин унда нимә эшләйем… Белоретҡа китеп барам. – тине. Мин юлды яҡшы беләм: Белорет ҡалаһы Сибайға юл ыңғайы бит. Әгәр унда барып етһәм, атайға күп ҡалмай. Шуға ла ныҡыша бирҙем:

– Әтеү, Белоретҡа булһа ла алығыҙ инде.

– Әйҙә һуң…

Юлда шофер ағай менән һөйләшеп киттек. Ул минең яңғыҙ китеп барыуыма ғәжәпләнде:

– ин Сибайға тинең инде… унда нимәшләйһең?

– Унда атайым йәшәй. Уға китеп барам.

– Ә әсәйең ҡайҙа?

– Өфөлә.

– мм… Нисек йөрәге етеп, алыҫ юлға бер үҙеңде сығарып ебәрҙе?

– Рөхсәт итте! Мин юлды беләм бит ул. Беренсегә йөрөмәйем, – тип алданым.

Ағай музыка ҡуйҙы. Арыу ғына араны һөйләшмәй, йыр тыңлап барҙыҡ. Шунан шофер тағы төпсөнөргә тотондо:

– Мин уны-быны уйламай һине ултыртып алдым да… Хәҙер бына аптырайым әле. Белоретта һине ҡалдырһам, артабан нисек барырға уйлайһың?

– Автобусҡа ултырам да ары китәм!

Шофер шикләнеп ҡарап ҡуйҙы:

– Бик мутҡа оҡшағанһың! Ҡайҙа әсәйеңә шылтыратайыҡ әле. Номерын әйт әле миңә.

– Ә мин телефонымды юғалттым…

Ағай машинаны кинәт туҡтатты ла асыулы итеп миңә ҡараны:

– Ай Аллам! Бәлә генә булдың бит. Бала кешене нишләп мин ярты юлда ҡалдырып китәйем?! Башым ике түгел! Һинең менән берәй хәл булһа, кем ғәйепле – мин!

– Бер нәмә лә булмаясаҡ, ағай. Белоретта ҡалдырһағыҙ, еткән.

– Юҡ инде… Хәҙер берәй нәмә уйлармын!

Йоҡлай-йоҡлай бара торғас, Белоретҡа килеп еттек. Ул бейек тауҙар, һомғол ҡарағайҙар араһында урынлашҡан ҡала. Ағай автовокзал эргәһендә туҡтаны ла, «хәҙер киләм» тип тышҡа сыҡты. Мин ҡасмаһын өсөндөр, ишеген тыштан бикләне. Нимә эшләргә уйлай икән тип иғтибарлап күҙәтә башланым. Эргәһенән үтеп барған бер кешене туҡтатып, ағай ниҙер һорай башланы. Тегенеһе ҡулын болғай-болғай ниҙер аңлата. Ҡыҙыҡһыныуымды еңә алмай, тәҙрәне саҡ ҡына асып, тыңларға булдым.

– Эйе, эйе! Автовокзалда полиция бүлеге әле асыҡ! – тип ят кешенең яуаплауын бик асыҡ итеп ишеттем. Был һүҙҙәрҙән терт итеп ҡалдым. Тимәк, шофер мине полицияға тапшырырға булған. Тоҙаҡҡа килеп эләккән йәнлек итеп тойҙом үҙемде. Нимә эшләргә?!

Шофер теге кеше менән ҡул бирешеп хушлашты ла автовокзал эсенә ҡарай атланы. Инде шул тиклем араны үтеп, бер ҙә тотолғо килмәй! Ағай күҙҙән юғалғанын көттөм дә, йән көсөмә ишекте типкеләй башланым, тик ул асылманы. Харап булам икән хәҙер! Бер минутты ла юғалтырға ярамай. Тәҙрәнән булһа ла сығасаҡмын. Ҡалтырана-ҡалтырана тотҡаны өйрөлткәйнем, тәҙрә тулыһынса асылды. Башымды тыҡтым да ҡулым менән йән көсөмә үҙемде алға этәнем! Мин – иректә!..

Птицей я стану. Повесть / Ҡошҡа әйләнермен мин…

Подняться наверх