Читать книгу Птицей я стану. Повесть / Ҡошҡа әйләнермен мин… - - Страница 9
Ҡошҡа әйләнермен мин…
Мин – бала
ОглавлениеТау итәгендә – атай менән әсәй тора. Ҡулға-ҡул тотошҡандар, йөҙҙәре шат, ихлас йылмаялар. Мин икеһен күптән шул килеш бергә күргәнем юҡ ине. Уларҙы ошондай ҡиәфәттә күреп, үҙемде лә сикһеҙ бәхетле тойҙом. Ә мин тау башында торам. Шатлығымдан ҡолас йәйеп уларҙың ҡаршыһына йүгерәм. Улар минең ҡаршыға йүгерә. «Балаҡайым! Ҡайҙа юғалып йөрөнөң?» – ти иламһыраған тауыш менән әсәйем. «Инде өсәүләп бергә йәшәйәсәкбеҙ», – ти атайым. Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, мин талпынып тағы нығыраҡ сабам. Күптән көттөм бит ошо татлы минуттарҙы. Юҡ, сапмайым, ҡулдарымды йәйеп осам, шикелле. Әйтерһең дә, мин ике ҡуллы кеше түгел, ә ҡанатлы ҡош! Бына, хәҙер, хәҙер атай-әсәйемдең ҡосағында буласаҡмын! «Мин һеҙҙе яратам» тип ҡосаҡлайым тигәндә генә, ике ҡулым – ике ҡанатҡа әүерелеп, күккә остом да киттем. Нисек инде улай?! Мин ҡошҡа әйләндемме хәҙер?! Ата-әсәйем иларҙай булып, ерҙә аптырап тороп ҡалды. Уларҙың мине ҡосаҡларға тип һонолған ҡулы ҡапыл һулып төштө. Ә мин тағы бейекә осам, осам, осам…
– Малай, уян, уян… – тип һаҡ ҡына кемдер еңемдән тартҡанға уянып киттем. Күҙҙе асһам – тирә-яҡ ап-аҡ. Аҡ карауаттар, бүлмә уртаһында аҡ өҫтәл, ҡорғандар ҙа аҡ төҫтән. Мин ятҡан карауаттағы мендәр ҙә, түшәк тә аҡтан. Аҡ халат кейгән апай ҡаршымда баҫып тора ине.
– О – о – о, терелде, – тине ул, шатланғандай. – Нисек эсәгең әйләнеп сыҡмаған. Үлә яҙғансы ашап…
Бер һүҙ ҙә әйтмәй, башымды ситкә борҙом. Инде аңланым – мин дауаханала ятам. Тик бында нисек килеп эләккәнемде асыҡ ҡына хәтерләмәйем. «Скорыйҙа» китеп барғанда ныҡ итеп өшөгәнемдән берҙе уянғаным хәтерҙә. «Тиҙерәк булығыҙ! Ул күгәрә башланы!» – тип ниндәйҙер ҡатындың ҡысҡырғанын иҫләйем. Шунан тағы аңымды юғалттым. Икенсе тапҡыр ауыҙыма оҙон трубка тығып, шуның аша ниндәйҙер тоҙло һыу ҡойғандарын да иҫләйем. Трубка тамаҡты шул тиклем ҡыра, мин ауыртыуға тыпырсынам, тик ысҡына алмайым. Ике ҡулымды кемдер ныҡ итеп артҡы яҡтан ҡосаҡлап тотҡан да ебәрмәй. Тағы аңымды юғалттым.
Әле палатала ятам. Битемде, ҡулымды тотоп ҡараным. Үҙемде тоям. Тимәк, теремен. Юрғанымды ситкә алып, торорға маташтым.
– Юҡ, юҡ! Әле торорға ярамай! – тип тыйҙы апай. – Һиңә хәл йыйыр кәрәк. Башың әйләнмәйме?
– Юҡ, – тинем ишетелер-ишетелмәҫ.
Палатаға тағы бер аҡ халатлы апай килеп инде. Уныһы йәшкә олораҡ. Ҡулына папка тотҡан. Яңы ингән апай усын маңлайыма ҡуйҙы:
– Температураһы төшкән. Быныһы яҡшы.
Шунан миңә һынамсыл ҡарап ҡуйҙы.
– инең картаңды тултырыр кәрәк. Ней бер документың да үҙең менән юҡ. Йә, һөйлә – исемең, фамилияң, нисә йәш…
Был апай нимәгә төпсөнә икән? Әллә теге полиция эҙләй микән? Баҙарҙа урлашып йөрөгәнем өсөн, билдәле, башымдан һыйпап ҡуймаҫтар. Моғайын, әле хәлем яҡшырғанын ғына көтәләрҙер. Хәҙер дөрөҫөн әйтеп бирһәм, үҙемә насар эшләйәсәкмен. Әллә бөтөнләй иҫләмәгәнгә һалышырға микән? Шулай дөрөҫөрәк булыр.
– Ну, аҡыллым… тыңлайым.
– Иҫләмәйем, – тинем ҡыйыу ғына.
– Нимәне иҫләмәйең?
– Бер нәмәне лә иҫләмәйем.
– Исемеңде генә әйтә алаһыңдыр. Беҙгә артығы кәрәкмәй.
– …
– Ҡайҙа йәшәйһең һуң?
– Белмәйем. Баҙарҙа башым менән иҙәнгә ҡоланым. Шунан бер нәмә лә иҫләмәйем.
– Ата-әсәйең бармы һуң? – тип һүҙгә ҡушылды икенсеһе.
– Бар!
– Бик яҡшы! – Икеһенең дә йөҙөндә йылмайыу сағылды. – Исемдәре нисек?
– Атайым – Варис, әсәйем – Таңһылыу.
Ике апай ҙа көлөп ебәрҙе:
– Бик ҡыҙыҡ икән. Ата-әсәйеңдең исемен иҫләйһең, ә үҙеңдекен юҡ.
Тотолғанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым. Хәҙер апайҙар алдағанымды аңланы, күрәһең. Асыуымдан ирендәремде ҡымтыным.
– Ярай, – тине олорағы. – Әлегә ятып тор. Палатанан сығып йөрөмә. Хәл йый. Медсестра дарыуҙар алып киләсәк, һин уларҙы ташлама, эс, тиҙерәк төҙәлерһең. Төшкөгә бутҡа ашарһың. Әлегә күп ашарға ярамай, үҙеңә ҡыйын булыр. Аңлашылдымы?