Читать книгу Палас с узорами. Стихотворения и поэмы / Аҫалы балаҫ - Лариса Абдуллина - Страница 10

Дуҫыма

Оглавление

Сер бүлешер кешем алыҫ,

Сер һөйләр дуҫым йыраҡ.

Бер көн тыныс таң атыр ҙа,

Ул ҡайтыр донъя урап.


Уның ҡайтыр көндәренә

Күп тә, бәлки, ҡалмаған.

Беҙҙә ҡарҙар,

Унда инде

Япраҡ яра алмағас.


Унда ла шул уҡ һауа ул,

Шул бер үк илдең күге.

Беҙҙә лә иркен баҫыуҙар,

Унда шәп үҫә иген.


Бер көн дуҫым ҡайтып төшөр

Тотоп Еңеү әләмен.

Ул байраҡсы булыр заттан,

Ышанамын, беләмен.


Сер бүлешер дуҫым ҡайтыр,

Һөйләшеп һүҙҙәр бөтмәҫ.

Мин һөйләрмен. Ә ул тыңлар.

«Эйе», тимәҫ, «юҡ» тимәҫ…


Палас с узорами. Стихотворения и поэмы / Аҫалы балаҫ

Подняться наверх