Читать книгу Палас с узорами. Стихотворения и поэмы / Аҫалы балаҫ - Лариса Абдуллина - Страница 14
«Иҙел-Яйыҡ араһы тип…»
ОглавлениеАлибий Романовтың яҡты иҫтәлегенә
Иҙел-Яйыҡ араһы тип,
Моңланды ғына аҡын.
Төшөндөм мин һәр әйткәнен:
Һыҙланыуҙары яҡын.
Аңлап торам, тойоп торам:
Думбыра һөйләй барыһын.
Ҡеүәт булып, илһеҙ ҡалған
Нуғайҙарҙың яраһын.
Берсә думбыра яуға сыҡты,
Телде йөрәк бауырын.
Һайлаған халыҡ юлдың да
Хәүефлеһен, ауырын.
Һибелгән халыҡ ер буйлап,
Тибелгән үҙ иленән.
Тик яҙмаған моңдарынан,
Яҙмаған үҙ теленән.
Шопла батыр һүҙе булып,
Килә аҡын тауышы.
Йырҙарында осоп йөрөй
Яуға әйҙәгән ҡошо.
Алтын урҙаларҙан ҡалған
Был ҡәүемдең мираҫы.
Нуғай ханлығы рухы ул!
Батыр нуғай вариҫы!