Читать книгу Палас с узорами. Стихотворения и поэмы / Аҫалы балаҫ - Лариса Абдуллина - Страница 16

Мәк яланы

Оглавление

Нуғай шағирәһе Ҡәҙерйә Тимербулатованың яҡты иҫтәлегенә

Офоҡтарҙан офоҡҡаса – ялҡын!

Гүйә, бар яланға ут ҡапҡан.

Мәктәр сәскә ата икән далаларҙа —

Нәҡ Ҡәҙәрйә генә яратҡан.


Мәктәр сәскә ата сал далала,

Әйтерһең дә, нуғай ғәскәре.

«Һин халҡыңдың Ерҙә рухын һаҡла!»

– Булды микән Күктәр әмере?


Ишетелде ҡыҙҙар һыҡтауымы?

Мәк күҙенә ниңә ҡан һауған?

Илгә оран – аҡын тауыштары!

Ҡәҙерйә лә шунан яралған.


Ул яралған халҡы йырҙарынан!

Милләтенең сафтан-саф йәше.

Ҡәүем ялҡынынан яралдың да,

Ниндәй утҡа һалдың, ҡәрҙәшем?!.


Офоҡтарҙан офоҡҡаса – ялҡын!

Тотош ялан ҡойған ҡан тажын…

Мәк яланы – миңә халҡың төҫө!

Мәк яланы – миңә һинең төҫөң!

Хәтер көнө миңә һәр яҙым!..


Палас с узорами. Стихотворения и поэмы / Аҫалы балаҫ

Подняться наверх