Читать книгу Палас с узорами. Стихотворения и поэмы / Аҫалы балаҫ - Лариса Абдуллина - Страница 18
Бер мәл
ОглавлениеНиңә һуң һин?
Ниңә ошо мәлдә?
Етә ине бары бер тәүлек…
Һуңғы йөҙөң миңә күрһәтмәнең,
Һинең өсөн булды ул ирлек.
Һуңғы һүҙең һинең – һөйөү хисе,
Хушлашмауың үҙе ишара.
Тик мин генә һинһеҙ тарафтарҙа
Ут йотормон инде бисара…
Ҡош ҡанаты менән сәләм әйтәм,
Йөрәк хисем һине оҙатһын.
Кисәге көн мәңге йә һуҙылһын,
Йә тиҙерәк килер таң атһын!
Моңло пандур көйҙәренә һалып,
Һағыш-һыҙланыуҙы өзләрмен.
Ер ҡуйынына тәнең киткәндә лә,
Мин күктәрҙән һине эҙләрмен.