Читать книгу Палас с узорами. Стихотворения и поэмы / Аҫалы балаҫ - Лариса Абдуллина - Страница 20
Һандуғас булаһым килде
ОглавлениеИлюшаға
Мне кажется порою, что солдаты,
С кровавых не пришедшие полей,
Не в землю эту полегли когда-то,
А превратились в белых журавлей.
Р. Гамзатов
Һандуғас булаһым килде,
Булаһым килде былбыл.
Йырлап ҡына әйтер һүҙҙең
Көйөн асылым табыр.
Күпләп ҡайтҡан сыйырсыҡтар,
Нисек һуң ҡушылайым?
Улар һымаҡ һайрап булмаҫ!
Тыңлапмы хуш булайым?..
Һандуғастар таң уята,
Мин инде күптән уяу.
Һеҙ ожмахтан ҡайттығыҙмы —
Йырығыҙ йәнгә таяу.
Танып ҡалдым моңоғоҙҙо,
Был бит һеҙ, яугир дуҫым!
Һонолоптар ҡарап торам,
Һеҙ килгәнһегеҙ осоп.
Элеп ҡуяйым оялар,
Ҡайтҡан бит һандуғасым!
Ҡайтҡан Башҡортостанына,
Танып таныш ағасын.
Сыйырсыҡтарым ҡайтҡан бит,
Көтөп торһон оялар.
Улар моңон, доға төҫлө,
Туған ерҙә тоялар.
Сыйырсыҡ булаһым килде,
Булғым килде һандуғас.
Кеше Ерҙә Кеше була,
Унан бары йыр ҡалғас.