Читать книгу Палас с узорами. Стихотворения и поэмы / Аҫалы балаҫ - Лариса Абдуллина - Страница 2

Яңы яҙым

Оглавление

Мин был яҙҙы мәңге хәтерләрмен,

Мәңге иҫтә ҡалыр был иртәм.

Барыһы ла миңә тәүге ине,

Бүләк иткән төҫлө йыр иркәм.


Тәүге тапҡыр ҡулға сәскә алып,

Атлап үттем, гүйә, был ерҙән.

Мин ғашиҡмын батырлыҡҡа тигәс,

Яугир баҫты, гүйә, ҡәберҙән.


Тәүге тапҡыр тыңлағандай булдым

Йылғаларҙың яҙғы тауышын.

Мин ишеттем снаряд ярылғанын,

Йәш егеттең һуңғы һулышын…


Тәүге яҙым минең аҡ ҡаралы,

Ғашиҡ булдым, гүйә, шул төҫкә.

Уҙған быуаттағы фильм кеүек,

Уҙған быуаттан был кәртишкә.


Туҡтамаған ваҡыт, туҡтамаған,

Ул һынарға ғына теләне.

Тормош дауам итә. Яҙҙа – йәшәү!

Сәләм бирҙе Луганск үләне.


Палас с узорами. Стихотворения и поэмы / Аҫалы балаҫ

Подняться наверх