Читать книгу Палас с узорами. Стихотворения и поэмы / Аҫалы балаҫ - Лариса Абдуллина - Страница 24
«Игеҙ генә йәйҙә иңдәреңде…»
ОглавлениеИгеҙ генә йәйҙә иңдәреңде
Терәрлекме барып имәнгә…
Яурындарым ярҙам эҙләүҙәнме,
Яҡлауhыҙмы ҡалып имгәнгән?
Йәйҙәр оҙон.
Шундай яҡты төндәр.
Умырзая ҡабат нурлана.
Парhыҙ сыйырсыҡты күрҙем тиеп,
Уйымдағын юшҡа юрамам.
Бесән еҫе аңҡыр урамдарҙан,
Еләк еҫе hеңер яланға.
Игеҙ йәйҙә ҡояш нурын hауып,
Әсе генә балан балланған!
Миҙгел оҙон тиеп әйтмәhә лә,
Япраҡтары сирыш имәндең.
Имән кеүек ирем төҫлө итеп,
Олонона барып hөйәлдем.