Читать книгу Палас с узорами. Стихотворения и поэмы / Аҫалы балаҫ - Лариса Абдуллина - Страница 12
Һыҙланыу
ОглавлениеҺил таңдарға алып ҡайт һин мине,
Ишетелһен бары ҡош моңо.
Көслө ҡулдарыңа тотонайым,
Ҡосағыңда һинең уянып.
Бер ни өндәшмәйек, һөйләшмәйек,
Әйтеләһе һүҙҙәр әйтелгән.
Шомло дәүер осһон, килгәйне бит
Көнбайыштан осҡан бер елдән.
Яман бер төш һымаҡ хәтерләрбеҙ
Ҡара һөрөм баҫҡан ваҡытты.
Теләмәһәм дә мин бер ишеткәс,
Шыҡһыҙ ҡайындарҙан йыр оттом.
Ҡайын ҡайғы төҫө тигән хәбәр
Таралдымы икән был яҡтан?
Әллә ниндәй йән әрнеткес бер көй
Бер ҙә китмәй тора ҡолаҡтан.
Беҙҙә лә ул йырҙы көйләнеләр
Көйләр өсөн күңел халәтен.
Ә ҡатындар нисек башҡарҙылар!
Тергеҙергә теләп йән дәртен!..
Тәрән ышаныслы илдәге йыр
Утҡа сөйөр вәхшәт төтөнөн.
Һил миҙгелгә бергә атлайыҡсы!
Сәскә булып балҡыр ул көнөм.