Читать книгу Палас с узорами. Стихотворения и поэмы / Аҫалы балаҫ - Лариса Абдуллина - Страница 6
Бында кешеләр йәшәй
ОглавлениеУттар һүнгән, ем(е)рек өйҙәр,
Шығырҙай иҫке ҡапҡа.
«Бында кешеләр йәшәй…» тип
Яҙып ҡуйылған аҡҡа.
Бейек-бейек ҡатлы йорттоң
Ыҫланған диуарҙары.
«Бында кешеләр йәшәй…» тип
Ырылған әҙәм зары.
Соҡор-саҡырлы урамдың
Дөмбәҫләнгән тыҡрығы.
«Бында кешеләр йәшәй…» тип
Ҡуҙлана өмөт йыры.
Бында кешеләр йәшәгән.
Бында кешеләр йәшәр!
Һәр бер бала бында – батыр!
Һәр бер яҙмыш бер әҫәр.