Читать книгу Палас с узорами. Стихотворения и поэмы / Аҫалы балаҫ - Лариса Абдуллина - Страница 4
Тормош прозаһы
ОглавлениеСерегән теш кеүек иҫке асфальт
Саҡрым-саҡрым булып һуҙылған.
Кеше йәшәмәҫтәй ҡалаларҙың,
Кеше көн итмәҫтәй ауылдарҙың
Урам, тыҡрығына тут тулған.
Һыны ҡатҡан иҫке йорт эсенән
Ғорур баҫып сыҡты бер инәй.
Ике һуғыш күргән халыҡ йәшәй
Ҡырғын тимәй ерҙә, яу тимәй.
Ерҙә бит яҙ.
Баҡсаһына инеп,
Ыҙандарға һипте орлоҡтар.
Теге ваҡыт һуғыш туҡтаған бит,
Был юлы ла улдар ныҡ туҡмар!
Һуғыш туҡтар.
Ҡара көстәр бер көн
Үҙ ағыуын йотоп юҡ булыр.
Һүнгән ауылдарҙың, ҡалаларҙың
Тәҙрәһенә йәнә ут ҡуныр.
Йәш-елкенсәк тулыр ҡалаларға,
Бала саға сығыр урамға.
Бөгөн инәй менән тотош илем
Ҡот орлоғон һала ыҙанға.
Как в кадрах хроник, запечатлены.
Немыслимо прекрасная весна —
Лишь чернота кругом и белизна.
Но нет, мгновенья не стоят, пошли.
Весна идёт. Весна – всегда жива.
Смотри: встаёт из дышащей земли
Воскресшая луганская трава.